Тимор диңгеҙе
Тимор диңгеҙе | |
---|---|
Урынлашыуы | Австралия һәм Океания |
Майҙаны | 432 мең км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 3300 м |
Уртаса тәрәнлек | 435 м |
Тимор диңгеҙе Викимилектә |
Тимор диңгеҙе (индон. Laut Timor, порт. Mar Timor — хәнәүәт диңгеҙ) — Һинд океаны диңгеҙе. Австралия ҡитғаһы һәм Тимор утрауы араһында урынлашҡан. Акватория майҙаны — 432 мең км². Башлыса 250 метрҙан аҙыраҡ тәрәнлектәр өҫтөнлөк итә, максималь тәрәнлеге — 3300 метр. Диңгеҙҙең иң ҙур ҡултыҡтары — Жозеф-Бонапарт һәм Ван-Димен. Тимор диңгеҙе һыуҙары Австралия, Көнсығыш Тимор һәм Индонезия илдәренең ярҙарын йыуа.
Диңгеҙҙә байтаҡ ҡына углеводород запастары бар. 2009 йылда аҙаҡҡы 25 йыл эсендә иң ҙур нефть түгелеү осрағы теркәлә.[1]
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимор диңгеҙе Австралия ҡитғаһы һәм Тимор утрауы араһында урынлашҡан. Көнбайышта диңгеҙ — Һинд океаны, ә көнсығышта — Арафур диңгеҙе һыуҙары менән ҡушыла. Төп порты — Дарвин (Австралия).
Диңгеҙҙең күп өлөшөн бихисап һай урындары, эре атоллдар һәм мәрйен рифтары менән бергә Сахул ҡитға һайлығы биләй. Иң ҙур утрауҙары — Батерст, Мелвилл.
Төньяҡ өлөшөндә Ява (Зонд) уйпатының дауамы булып торған Тимор уйпаты урынлашҡан. Уйпат тирәһе әүҙем сейсмик зонаһы булып тора.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимор диңгеҙ климаты субэкваториаль муссонлы. Һай тропик диңгеҙ булғанға күрә бынды йыш ҡына тропик тайфундар барлыҡҡа килә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Andrew Burrell. Montara oil spill firm seeks permission for more drills, News Limited (29 April 2011). 22 май 2011 тикшерелгән.
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |