Һулыш алыу системаһы
Һулыш алыу системаһы — кешелә һәм хайуандарҙа тышҡы мөхит менән газ алмашыныуын тәьмин итеүсе тән ағзалары системаһы. Уның аша организмға кислород килә һәм унан углекислый газ сығып китә[1]. Һулыш алыу процесында организм кислородты һауанан йәки һыуҙан (һыуҙа ирегән) ала[2]. Һулыш алыу органдары аэроб организмдарҙа ғына бар, анаэроб организмдарҙың ҙулыш алыу органы юҡ[2]. Кешенең һәм башҡа һөтимәр хайуандарҙың һулыш алыу системаһы һулыш алыу юлы, үпкәләр һәм махсус мускулдарҙын тора. Ер-һыу хайуандары, балыҡтар, ҡыҫала кеүек хайуандарҙа газ алышыныуҙа тире һулышы мөһим роль уйнай, кислород тире аша организмға үтеп инә. Эсәк ҡыуышлыларҙа газ алышыныу эсәклектә башҡарыла[2]. Балыҡтар һәм башҡа һыуҙа йәшәүсе хайуандар айғолағтар (ҡан тамырҙары менән ҡапланған һулыш алыу өсөн махсус орган) аша башҡарыла. Бөжәктәрҙең һулыш алыу органы бик ябай, һауа үткәрә торған трахеяла башҡарыла. Үҫемлектәрҙең дә һулыш алыу системаһы хайуандарҙыҡана ҡапма-ҡаршы[3][4].
Дөйөм мәғлүмәт
Һулыш алыу системаһы (латинса «systema respiratorium», урыҫсаға дыха́тельная систе́ма тип тәржемә ителә) кислородһыҙ йәшәүгә яраҡлашмаған тере организмдар иң кәрәкле өлөштәренең береһе. Кеше, мәҫәлән, һулыш алып, тышҡы мөхиттән кислород йота һәм кирегә ҡулланылған (углекислый) газ бүлеп сығара. Был организмдың бар ағзалары туҡымаһының һәр бер күҙәнәгенә энергия кәрәклек менән бәйле. Органик берләшмәләрҙең өҙлөкһөҙ тарҡалыуы һәм әселәнеүе (окисланыуы) организмда энергия сығанағы булып тора. Был әселәнеү процестарында мотлаҡ кислород ҡатнашҡанлыҡтан, күҙәнәктәр уның туҡтауһыҙ килеп тороуына мохтаж. Теләһә ниндәй органик матдәләрҙең окисланыуы һөҙөмтәһендә углекислый газ менән һыу барлыҡҡа килә, улар үҙ сиратында һулыш алыу системаһы ағзалары ярҙамында организмдан сығарыла. Күҙәнәктәрҙе кислород менән тәьмин итеүҙе һәм уларҙан углекислый газды алып китеүҙе ҡан башҡара. Уның менән һауа араһында газдар алмашыныуы һулыш алыу ағзалары эсендә бара.
Кешенең һулыш алыу системаһы
Күкрәк ҡыуышлығында урынлашҡан үпкә һәм һауа үткәреү юлдары: танау ҡыуышлығы, тамаҡ өҫтө, ҡурылдай, боғарлаҡ, — һулыш алыу системаһын тәшкил итә.
Һауа үткәреү юлдары танау ҡыуышлығынан башлана. Ул һөйәк-кимерсәк бүлге менән уң һәм һул яртыларға бүленгән, уларҙағы бормалы юлдар танау ҡыуышлығының эске өлөшөн ҙурайта. Танау юлдарын ҡаплап тороусы лайлалы шекәрәлә бик күп керпексәләр, ҡан тамырҙары һәм лайла бүлеп сығарыусы биҙҙәр бар. Был лайла организм өсөн ҡиммәтле үҙенсәлектәргә эйә: ул микробтарҙы тотоп-тотҡарлап ҡына ҡалмай, уларҙы тулыһынса тиерлек зарарһыҙландыра ла. Үҙенә йәбешеп ҡалған өлөшсәләр менән бергә лайла танау ҡыуышлығынан даими сығарылып тора. Танау ҡыуышлығының үпкә эшмәкәрлеге өсөн тағы ла бер файҙалы эшмәкәрлеге — ул да булһа, тышҡы мөхиттең торошонан сығып, беҙ һулаған һауаны (башлыса) йылытыу һәм дымландырыу.
Танау ҡыуышлығынан һауа тамаҡ өҫтөнә, унан һуң ҡурылдайға үтә. Ҡурылдай көбө бер нисә кимерсәктән торған буранка рәүешендә. Һулыш алыуҙан айырмалы рәүештә аҙыҡ йотҡан ваҡытта ҡурылдайға инеү юлы кимерсәктән торған ҡурылдай ҡапҡасы менән ябыла. Ҡурылдай кимерсәктәре араһында лайлалы бөрмәләр — тауыш ярылары урынлашҡан. Улар араһындағы арауыҡ тауыш еге тип атала.
Кеше һөйләшмәгәндә тауыш ярылары ике яҡҡа айырылып тора, һәм тауыш еге тигеҙ яҡлы өсмөйөш формаһын ала. Һөйләшкәндә йә йырлағанда тауыш яралары бер-береһенә тейеп тора. Һулап сығарылған һауа бөрмәләргә баҫа һәм улар тирбәлә башлай — шулай итеп өн (тауыш) барлыҡҡа килә. Уның юғарылығы тауыш яраларының оҙонлоғона бәйле. Тауыш ярылары ҡыҫҡараҡ булған һайын уларҙың тирбәлеүҙәре йышыраҡ булә һәм, нәтижәлә, тауыш та юғарыраҡ була. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа тауыш ярылары ирҙәргә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ, шуға ла уларҙың тауышы ла юғарыраҡ.
Тауыш ярылары 1 секундҡа 80—дән алып 10 000—гә тиклем тирбәлеү яһай ала. Кеше телмәре өндәренең тамам формалашыуы тамаҡ, тамаҡ өҫтө, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарында, тел, ирендәр, аҫҡы яңаҡ торошо үҙгәргәндә хәсил була. Кеше тауышы ярҙамында үҙенең тойғоларын һәм кәйефен: шатланыуын һәм асыуланыуын, наҙлауын һәм янауын, мыҫҡыллауын һәм иркәләүен бирә ала.
Ҡаты ҡысҡырыу тауыш ярылары өсөн зарарлы: улар ныҡ тартыла һәм, бер-береһенә яҡынайып, бәрелә һәм ышҡыла, һөҙәмтәлә улар үҙҙәренә үҙҙәре зыян яһай. Йыш ҡысҡырған кешенең тауышы ҡарлыға йәки бөтөнләй бөтә. Шыбырлап һөйләшкәндә, тауыш ярылары бер-береһенә тығыҙ тейеп тормай. Тауыш аппаратын һаҡларға кәрәк булғанда, табиптар тәү сиратта шыбырлап ҡына һөйләшергә тәҡдим итә.
Эскә һулана торған һауа ҡурылдайҙан көпшә рәүешендәге боғарлаҡҡа (урыҫса — трахея) үтә. Уның алғы көбө бәйләүестәр һәм мускулдар менән үҙ—ара тоташҡан кимерсәкле ярым дүңгәләктәрҙән тора. Боғарлаҡтың артҡы йомшаҡ көбө ҡыҙыл үңәскә тейеп тора һәм аҙыҡтың үтеүенә ҡамасауламай. Боғарлаҡ уң һәм һул үпкәгә инеүсе ике бронхыға айырыла.
Үпкәлә бронхыларҙың һәр береһе ағас һымаҡ тармаҡлана, ә һауа үткәреү көпшәләренең диаметры аҡрынлап бәләкәйләнә бара. Иң ваҡ бронхы көпшәләренең остары эсенә һауа тулған йоҡа көплө үпкә ҡыуыҡсалары шәлкеме менән тамамлана. Уларҙың көпшәләре бер ҡатлы эпителиаль күҙәнәктәрҙән тора һәм капиллярҙар селтәре менән ҡуйы итеп сырмалған. Улар ҡыуыҡсаларҙың эске йөҙөн йоҡа яры рәүешендә ҡаплап торған биологик әүҙем матдәләр бүлеп сығара. Нәҡ ошо яры ҡыуыҡсаларҙың даими күләмен һаҡлай һәм уларға бер-береһенә ҡушылырға ирек бирмәй. Бынан тыш, ярының матдәләре үпкәгә һауа менән ингән төрлө микроорганизмдарҙы зараһыҙлай. «Эшкәртелгән» яры һауа үткәреү юлдары аша ҡаҡрыҡ рәүешендә сығарып ташлана йәки үпкә фагоциттары тарафынан «һеңдерелә».
Һулыш алыу һәм һулап сығарыу, бер-береһен ритмик рәүештә алмаштырып, үпкә аша һауаның үтеүен һәм уларҙағы һауаның даими алмашыныуын тәьмин итә. Был эшмәкәрлек оҙонса мейелә урынлашҡан һулыш алыу үҙәге менән яйлана. Унда ритмик рәүештә тыуып торған импульстар, нервылар буйлап ҡабырға-ара мускулдарға һәм диафрагмаларға тапшырылып, уларҙың ҡыҫҡарыуын тыуҙыра. Ҡабырғалар күтәрелә һәм төшә, мускулдарҙың ҡыҫҡарыуы иҫәбенә диафрагма яҫы тиерлек булып китә. Күкрәк ҡыуышлығының күләме арта. Үпкә күкрәк ситлеге хәрәкәтен ҡабатлай. Был — һулыш] алыу була. Унан һуң ҡабырға-ара мускулдар һәм диафрагма мускулдары йомшара, күкрәк ҡыуышлығының күләме бәләкәйләнә, үпкә ҡыҫыла һәм һауа тышҡа сығарыла. Быныһы инде — һулап сығарыу була.
Сығанаҡтар
- Дыхания органы // Большая российская энциклопедия. — 2007. — Т. 9. — С. 459—460. — ISBN 978-585270-339-2. (рус.)
- Пятин В. Ф. Глава 8. Дыхание // Физиология человека / В. М. Покровский, Г. Ф. Коротько. — М.: Медицина, 1998. — Т. 1. — С. 401—442. — 448 с.
- Научно-познавательная коллекция «Маршалл Кавендиш». Универсальный иллюстрированный справочник для всей семьи. Организам человека / — М., Алмаз-пресс, 2002. — 162 с. — (Древо познания). ISSN 1684-582X (рус.)
- Биологический энциклопедический словарь. Гл. ред. М. С. Гиляров; Редкол.: А. А. Бабаев, Г. Г. Винберг, Г. А. Заварзин и др. — 2-е изд., исправл. — М.: Сов. Энциклопедия, 1986. (рус.)
Һылтанмалар
- Атлас анатомии человека. Издание на русском языке. / Перевод: к.м.н. В. В. Серов. / — М.: Белый город, 2005. — 103 с. с илл. ISBN 5-7793-0982-5 (рус.)
- Цузмер А. М., Петришина О. Л. Кеше. Анатомия, физиология и гигиена. / С. В. Атнағолова тәржемәһе / — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 239 бит.
- Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. (рус.)
- Ожегов С. И. Словарь русского языка. — М., 1968. (рус.)
- Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.
- ↑ Дыхания органы // Большая российская энциклопедия. — 2007. — Т. 9. — С. 459—460. — ISBN 978-585270-339-2.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Дыхания органы / А. Н. Дружинин // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Maton Anthea. Human Biology and Health. — Englewood Cliffs: Prentice Hall, 2010. — P. 108–118. — ISBN 0134234359.
- ↑ West John B. Respiratory physiology-- the essentials. — Baltimore: Williams & Wilkins. — P. 1–10. — ISBN 0-683-08937-4.